Миләүшә Мортазина Кушнаренко районының Бакай ауылында тыуған. Ул бәләкәй сағында ата-әсәһе Өфөгә күсенеп килә. Мәктәптә уҡығанда, дәрестәрҙән тыш, Пионерҙар йортонда шөғөлләнә. Һуғыш башланғанда Миләүшәгә ни бары 15 йәш кенә була. Фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, Хәрби комиссариат юлын тапай. Тик уны һуғышка алмайҙар. Мәктәпте тәмамлағандан һуң, Уфа агрегат етештереү предприятиеһында эш башлай. Пианист, скрипкасы, гитарасылар һәм йыр башҡарыусыларҙан торған концерт бригадаһы эшендә ҡатнаша. Концерттар менән госпитальдәр, хәрби частәр буйлап йөрөйҙәр. Һуғыштан һуң уны имтиханһыҙ Өфө авиация институтына уҡырға ҡабул итәләр. Миләүшә сәнғәтте яҡыныраҡ күрә. Свердловск консерваторияһы янындағы башҡорт милли студияһына, унан Ҡазан консерваторияһының икенсе курсына ҡабул ителә. 1954 елда яңғыҙ йырлау бүлеген тамамлап, Өфөлә эшкә ҡала. Миләүшә Мортазина филармонияла йырлай, бер үк ваҡытта училищела уҡыта башлай. Оҙаҡламай Өфө сәнғәт институты һәм вокал бүлеге асыла. Миләүшә Мортазина шунда эшләй башлай.
Ә 1980 йылда кафедра мөдире итеп тәғәйенләнә. 1990 йылдан ул–профессор. Миләүшә Мортазина бик күп йылдар йәш йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге, “Дуҫлык моңо”, “Дебют” конкурстарының жюри рәйесе була. Глинка исемендәге XV һәм XVI халыҡ-ара, Төньяк Кавказ вокалсылар конкурстарының, Италияның Сицилия-Алькамо ҡалаһында уҙған халыҡ-ара вокалсылар конкурсының жюри ағзаһы була.
Беренсе булып халыҡ-ара конкурста "Гран-при" алған Радик Гәрәев – Миләүшә Мортазинаның уҡыусыһы. Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Радик Гәрәев, Салауат Асҡаров, Илфак Смаҡов, Сажиҙә Ғәлимова, Нажиә Аллаярова, Иҙрис Ғәзиев, Раил Кучуков, Хәмит Ишбулдин, Флүрә Ноғоманова, Вәхит Хызыров, Әлфиә Кәримова, Владимир Копытов, Әлим Ҡәйүмов, Дилара Иҙрисова уның уҡыусылары. Миләүшә Мортазинаны хаҡлы рәүештә башҡорт вокал мәктәбенең символы тип атайҙар.







