Тура бәйләнештән һуң Оло Ыҡтамаҡта мемориал төҙөлә

Үткән йыл Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында ире Махсус хәрби операцияла һәләк булған яугир ҡатыны мөрәжәғәт иткәйне.
  • Тура бәйләнештән һуң Оло Ыҡтамаҡта мемориал төҙөлә

Эльвира Ғәлләмова Мәсетле районында яуҙа башын һалған яҡташтарының хәтерен мәңгеләштереү үтенесен еткергәйне. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Оло Ыҡтамаҡта ауылында төҙөкләндереү эштәре башланды. Бында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың исемдәре менән мемориаль таҡтаташ урынлаштырылды. Улар араһында Ғәлләмовтарҙың ата-бабалары ла бар. Яңы биләмәнең төп символы – Махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙар хөрмәтенә 2 метр бейеклегендәге ҡорос һәйкәл буласаҡ.