Ҡырмыҫҡалынан 16 йәшлек ҡыҙ Владимир Путин менән осрашҡан

Ҡырмыҫҡалы районынан 16 йәшлек Самира Ғәйетҡолова ил Президентына Башҡортостанда ирекмәнлек эше тураһында һөйләне.
  • Ҡырмыҫҡалынан 16 йәшлек ҡыҙ Владимир Путин менән осрашҡан

Был хаҡта социаль селтәрҙә Республика Башлығы хәбәр итте. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Самира БДПУ колледжында башланғыс класстар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Тағы ла үҫмер ҡыҙ "Еңеү ирекмәндәре" хәрәкәте әүҙемсеһе. Уның башланғысы менән бер нисә уңышлы проект тормошҡа ашырылған. Тағы ла яҡташыбыҙ ысын патриоттар тәрбиәләүҙе үҙенең төп бурысы тип һанай.