Был турала Премьер-министр Александр Шельдяев белдерә. Республикала ветерандарға һәм ғаилә ағзаларына 60 төр ярҙам сараһы күрһәтелә. Был йүнәлештә махсус үҙәктәр булдырыу мөһим, уларҙа яугирҙар һәм яҡындары бер урында бөтә ярҙамды ла алыу мөмкинлегенә эйә, тине Премьер-министр. Республикала әле 54 ошондай үҙәк эшләй. 5 муниципалитетта ноябрҙең беренсе яртыһында асыу ҡарала, тағы ла дүртәүһе декабрь уртаһына тиклем сафҡа инәсәк, тип көтөлә.
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәктәре арта
15 декабргә тиклем ҡала-райондарҙа тағы ла 9 ошондай учреждение асыу планлаштырыла.







