Башҡортостан Башлығы эш сәфәре барышында шулай уҡ хәрби-патриотик комплексты артабан үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Ноябрь ямғыры — ғәҙәти күренеш. Ҡулға сатырҙарын тотоп, ҡунаҡтар һәм баш ҡала халҡы Өфөнөң иң билдәле символдарының береһе — Дуслыҡ монументы тирәһендә йыйылды. Был мемориал республикала йәшәүсе бөтә милләт вәкилдәренең берҙәмлеге һәм изге мөнәсәбәттәре өлгөһө булып тора.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң нигеҙендә — 1612 йылғы ваҡиғалар ята. Күп милләтле республика исеменән Башҡортостан Башлығы Рәсәй дәүләтен интервенттарҙан азат иткән халыҡ ополчениеһы яугирҙарының иҫтәлеген хөрмәт менән иҫкә алды.
Ошо уҡ көндө Шишмә районында урынлашҡан «Патриот» паркында рухи-ағартыу комплексының дини символдары урынлаштырылды. Сәғәтхана көмбәҙендә — православие тәреһе, мәсет минаретында — изге ярымай.
Башҡортостан Башлығы дини символдарҙы урынлаштырыу — рухи-ағартыу комплексын булдырыуҙың мөһим этабы, тип билдәләне.
Яңы объектты 9 майға, Еңеү көнөнә асырға планлаштыралар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркы биләмәһендә әле «Геройҙар аллеяһы», музей-күргәҙмә комплексы, хәрби техника, «Геройҙар уҙышы» трассаһы бар. Иң мөһим объекттарҙ береһе — йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү үҙәге лә уңышлы эшләп килә. Унда йыл дауамында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар хәрби дисциплиналарҙы өйрәнә. Әлегә тиклем бында 23 меңдән ашыу үҫмер булған.
Радий Хәбиров «Патриот» паркын артабан үҫтереү буйынса кә!ңәшмә лә уҙғарҙы. Төбәк етәксеһе физкультура-һаулыҡты нығытыу комплексы эшмәкәрлеге һәм 25 метрлыҡ йөҙөү бассейнын төҙөү пландары менән танышты.







