Полк подразделениелары хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн мөһим булған әйберҙәр менән тәьмин ителде. Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһына дарыуҙар һәм бинттар, Таһир Күсимов исемедәге батальон хәрбиҙәренә "Нива" автомобиле, маскировка селтәрҙәре, окоп
шәмдәре, көрәктәр, мейестәр тапшырылды. Ҡыш яҡынлашыу менән яугирҙар блиндаждарҙы йылыта. Улар яҡташтарына сикһеҙ рәхмәтле. Башҡортостан – фронттың ышаныслы тылы. Хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн барлыҡ милләт вәкилдәре генә түгел, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың фракциялары ла берләште.







