Башҡортостанда халҡыбыҙҙың бороңғо кәсебе – балаҫ һуғыу тергеҙелә

Ошо йәһәттән хәҙер айырым проект бойомға ашырыла.
  • Башҡортостанда халҡыбыҙҙың бороңғо кәсебе – балаҫ һуғыу тергеҙелә
Миәкә районының Елдәр ауылындағы үҙәк Дим буйы оҫталарын берләштерергә тейеш. Бынан тыш, урындағы мәктәптә балаларҙы балаҫ һуғырға өйрәтеү буйынса дәрестәр ҙә алып барыла. Башҡорт халыҡ кәсебен тергеҙеү буйынса мөржәғәт менән Миәкә оҫталары республика башлығы Радий Хәбировҡа уҙған йыл, тура эфирҙа мөрәжәғәт иткәйне.
Кәсепселәр әйтеүенсә, бөгөн ҡул эштәренә ихтыяж юғары. Бынан тыш, креатив индустрияны үҫтереү урындағы ҡаҙна өсөн дә әһәмиәтле. Елдәр мәктәбендә хәҙер айырым оҫтахана асылған. Тәүге дәрестәр балаларҙың да, өлкәндәрҙең дә күңеленә хуш килгән. Башҡортостан башлығы Гранты ярҙамында ойошторолған «Хазина» үҙәген финанслау өсөн 500 мең һум аҡса бүленгән.
Проект авторы Рөстәм Кәлимуллин әйтеүенсә, үҙәктә балалар балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәнһә, өлкәндәр музей өсөн айырым экспонаттар әҙерләйәсәк. Елдәрҙә «башҡорт балаҫы» музейын ойоштороу ниәте бар. Елдәрҙәге «Хазина» башҡорт балаҫы үҙәге декабрҙә эш башлай. Киләсәктә уны айырым туристик комплекс итеп үҙгәртеп ҡороу мөмкинлеге өйрәнелә.