Бөгөн Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Байрамдың тарихы 1715-се йылдан башлана.
Бөгөн Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Петр беренсе Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәтен булдырып, уға полиция, тигән атама бирә.

Полиция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын эш урынында ҡаршылай. Патруль-пост, оператив бүлексәләр, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, ведомствонан тыш һаҡ, тәфтиш һәм башҡа хеҙмәт вәкилдәре республика халҡы хәүефһеҙлеге һағында тора. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә юғары һөнәри оҫталығы, тәрән яуаплылыҡ тойғоһо, фиҙаҡәрлек һәм батырлығы менән билдәле.