Быйыл был сара Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторола.
Мөһим проекттың маҡсаттары, программаһы һәм ҡатнашыусыларҙың географияһы хаҡында ойоштороусылар матбуғат конференцияһында ентекләп һөйләне. Проект авторы, Дәүләт Думаһы депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡатмарлы осорҙа яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙамдың баһалап бөтөргөһөҙ әһәмиәтенә айырым туҡталды.
Бөгөн уртаҡ маҡсат һәм берҙәм ҡиммәттәр айырым халыҡтарҙы ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе оло бер ғаилә итеп тупланы. Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар милләт-ара дуҫлыҡты һәм илһөйәрлек рухын нығытыуҙың ни тиклем мөһим булыуын билдәләне.







