Төҙөкләндереү эштәре бер-нисә йыл дауам итте. Бинаның тышҡы яғы ғына түгел, эске яғы ла ныҡ үҙгәрҙе. Ошо осорҙа ла гастролдәр һәм репетициялар туҡталманы. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк филармония коллективы беҙҙең хәрбиҙәр алдында, шул иҫәптән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында концерттар күрһәтте. Был сәнғәткә хеҙмәт итеүҙең лайыҡлы өлгөһө, тигән Радий Хәбиров.
"Ғаилә" милли проекты сиктәрендә Нефтекамала дәүләт филармонияһы асылды
Был турала республика Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.







