Радий Хәбиров 284-се балалар баҡсаһында булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Затон-Көнсығыш биҫтәһендә урынлашҡан 284-се балалар баҡсаһында булды.
  • Радий Хәбиров 284-се балалар баҡсаһында булды

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы яңы микрорайонда урынлашҡан, бында күпләп йорттар төҙөлә, йәш ғаиләләр күсенә һәм балалар баҡсаһы талап ителә ине. Хәҙер сабыйҙар уңайлы шарттарҙа тәрбиәләнә. Закир Шәрипов репортажы.

Хәбәрсе. Өфө һәм Затон биҫтәһе араһында яңы микрорайон бер-нисә йыл элек кенә төҙөлә башлағайны. Хәҙер бында тиҫтәләгән йорт бар, ҙур-ҙур спорт объекттары сафҡа ингән. Халыҡ та әүҙем күсенә, бигерәк тә йәштәр күп. Балалар баҡсаһы ла күптән кәрәк ине. Хәҙер ата-әсәләр тыныс күңел менән балалар баҡсаһында сабыйҙарын ҡалдырып, үҙ эштәре менән мәшғүл.

Балалар баҡсаһында музыка, спорт залдары, психолог, логопед, туған тел бүлмәләре һәм рәсем төшөрөү студиялары бар. Учреждение 260 балаға иҫәпләнгән, 175 сабый йөрөй башлаған да инде. Бында һүрәт төшөрөүгә, физик үҫешкә һәм халыҡ мәҙәниәтенә ҙур иғтибар бүленә. Учреждение тәрбиәселәр менән тулыһынса тәьмин ителгән.

Радий Хәбиров балалар баҡсаһының ашханаһында булып, сабыйҙарҙы ризыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһынды. Ашнаҡсылар билдәләүенсә, балалар көнөнә 4 тапҡыр туҡлана һәм барыһын да яратып ашай. Башҡортостан башлығы үҫеп килгән быуындың сәләмәтлегенә ҙур иғтибар бүлергә ҡушты.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров балалар баҡсаһын ҡарап сыҡты, бүлмәләрҙә булды. Шулай уҡ ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр менән аралашты. Улар яңы асылған учреждение, балаларҙың үҫеше һәм тәрбиәһе өсөн булдырылған уңайлы шарттар өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе.

Затон йүнәлеше үҫешә һәм социаль инфраструктура менән тәьмин ителә. Бында спорт блогы бар һәм ул киңәйә бара. Быйыл яңы микрорайонда өҫтәл теннисы үҙәге сафҡа индереләсәк. Һуңынан еңел атлетика буйынса манеж асыу ҡарала. Йыл башынан 1 мең 225 урынға иҫәпләнгән 163-сө белем биреү үҙәге эшләй башланы.

Башҡортостанда 944 балалар баҡсаһы иҫәпләнә, уларҙа 186 мең сабый тәрбиәләнә. 2019 йылдан алып республикала 9 мең ярым балаға иҫәпләнгән 68 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы төҙөлгән, уларҙың 16-һы мәктәп менән берләшкән. 2027 йылда республикала 8 балалар баҡсаһы бинаһын төҙөкләндереү ҡарала.