Яҡташыбыҙ һауала дошман дрондарын күреп ҡалып, уларға ҡаршы ут асырға бойороҡ биргән. Һалҡын ҡанлылыҡ күрһәтеп, Самат Рафиҡов дошман коптерын атып төшөрөп хәрби техниканы ҡотҡарған. Ротаның шәхси составы ла зыян күрмәгән. Оҫта етәкселек итеүе, ҡаһарманлығы өсөн Самат Рафиҡов «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы», генерал Шайморатов миҙалдары һәм Луганск Халыҡ Республикаһының «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Башҡортостандан «Игла» позывнойлы яугир иптәштәрен дошман дроны һөжүменән ҡотҡарған
«Башҡортостан» полкының Георгий Ветошников исемендәге инженер-сапёр ротаһы старшинаһы пилотһыҙ осоу аппаратын юҡ иткән.







