Радий Хәбиров республиканың популяр блогерҙары менән осрашты

«Рилстарҙа Прогресс» форумында ҡатнашыусылар төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе.
  • Радий Хәбиров республиканың популяр блогерҙары менән осрашты

Әйткәндәй, контент авторҙарына яҙылыусыларҙың дөйөм күләме 6 миллиондан ашыу кеше. Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, әле — тап социаль селтәрҙәр йәштәргә йоғонто яһай. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт Гүзәл Батыраева сюжетында.

Яһалма интеллект ярҙамында эшләнгән роликтар социаль селтәрҙәрҙә йыш осрай. Шулай ҙа интернет киңлектәрендә донъя күргән һәр видео популярлыҡ яулай, тигән һүҙ түгел. Был видеола Радий Хәбировтың бала саҡ фотолары йәнләнде, Ә Вета Хагенға яҙылыусылар бер- нисә секунд эсендә Башҡортостан башлығының биографияһын белде. Блогерҙың ижады төбәк етәксеһенә лә оҡшаны.

Бер юлы 30-ҙан ашыу блогер эшләгән бындай «сторис», «рилс» һәм «шортс»тар бер нисә сәғәт эсендә интернет киңлектәренә таралды. Был Башҡортостан Башлығының социаль селтәрҙәрҙәге популяр контент авторҙары менән осрашыуының үҙенсәлекле һөҙөмтәһе булды. Креаторҙарҙың дөйөм аудиторияһы 6 миллиондан ашып китә.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, блогерҙарҙың, бигерәк тә Рәсәйҙә тыйылған социаль селтәрҙәрҙәге видеоларға, уларҙың ниндәй мәғәнә йөрөтөүенә иғтибар итеү мөһим. Башҡортостан башлығы менән үткән асыҡ диалогҡа төрлө аудитория менән эшләүсе йәш блогерҙар йыйылды. Һәр автор мотивация, һаулыҡ, сәйәхәт, шулай уҡ юмор һәм ижад темаларында үҙ урынын тапҡан.

Осрашыу барышында һәр кем төбәк етәксеһенә үҙен генә түгел, ә яҙылыусыларын да борсоған һорауҙарҙы бирә алды. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар аудиторияһы өсөн контент төшөргән блогерҙар айырылышҡандан һуң тыуған мәсьәләләрҙе күтәрҙе.

Һәр яңы һорау бирелгән һайын республика Башлығы менән һөйләшеү иркен аралашыуға әйләнә барҙы.

Шулай уҡ Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙең кире яғына ла туҡталды. Уның фекеренсә, ҡайһы саҡта унда йәмғиәткә, бигерәк тә балаларға насар йоғонто яһай торған шикле контент өҫтөнлөк итә. Бындай контентҡа ҡаршы бергә көрәшкәндә генә еңергә мөмкин, тине республика башлығы.

Осрашыу барышында блогерҙар махсус хәрби операция ирекмәндәренә ярҙам итеү, шулай уҡ республика тормошондағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән туризм өлкәһендәге мәсьәләләрҙе лә тикшерҙе. Мәҫәлән, Радий Хәбиров популяр туристик йүнәлеш — Айғыр тауына йөрөгән поездарҙың һыйҙырышлылығын арттырыу тәҡдимен ҡарарға ҡушты.