Республикала вейптар һатыуҙы туҡтатығыҙ

Тура бәйләнеш ваҡытында Радий Хәбировҡа ошондай һорау менән дә мөрәжәғәт иттеләр.
Республикала вейптар һатыуҙы туҡтатығыҙ

Республика башлығы вейптарҙың, ысынлап та, зарарлы икәнен билдәләп, мин һатыуҙы тыйыуға ҡаршымын. Сөнки беҙ вейптарҙың йәшерен баҙары барлыҡҡа килеүгә етди ҡаршыбыҙ, тине. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров ата-әсәләрҙе лә үҙ балаларына яуаплыраҡ ҡарарға, уларҙың һаулығына битараф булмаҫҡа саҡырҙы. Был эшкә мәктәптәрҙе, хоҡуҡ һаҡлау органдарын да йәлеп итергә тәҡдим итте.