Киләһе аҙнала Өфө ҡала Советы ултырышы үтәсәк. Унда депутаттар ҡала хакимиәте башлығын һайлаясаҡ. Әлеге ваҡытта ҡала мэры вазифаһын быға тиклем Хәйбулла районын етәкләгән Рөстәм Шәрипов башҡара.
«Ул — ҡаты холоҡло, шул уҡ ваҡытта мәрхәмәтле, был минең өсөн бик мөһим сифат, үҙ ҡарашы һәм ныҡлы позицияһы булған кеше. Депутаттар үҙ һайлауын яһар. Беҙ ҙә был ултырышта ҡатнашасаҡбыҙ», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, яңы етәкселек алдында етди бурыстар тора. Уларҙың иң мөһимдәренең береһе — Өфөлә 2028 йылда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитына әҙерлек. Был сарала донъяның 30-ҙан ашыу иленән делегациялар ҡатнашасаҡ. Шуға күрә баш ҡала алдында күләмле ойоштороу һәм инфраструктура эштәре тора.
«Алда бик ҙур эш күләме көтә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.







