Республика башлығы менән Тура бәйләнешкә Ғәбдүк ауылынан видеоһорау менән мөрәжәғәт иттеләр

Урындағы халыҡ һыу баҫыу һәм таушалған юлдәр мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һораны.
Республика башлығы менән Тура бәйләнешкә Ғәбдүк ауылынан видеоһорау менән мөрәжәғәт иттеләр

«Әлеге ваҡытта ауылға илткән юл федераль һәм республика әһәмиәтендәге трассалар менән тоташтырылған. Шулай уҡ ауыл эсендәге юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса ла пландар бар. Был ауыл да эш планына индереләсәк.», — тип билдәләнде Радий Хәбиров.

Юлдарҙы ремонтлау мәсьәләһендә тәбиғәт шарттары ла иҫәпкә алына. Айырыуса көслө ямғырҙарҙан һуң һыу ташыуы һөҙөмтәһендә юлдарҙың емерелеү хәүефе бар. Шуға күрә асфальт түшәп кенә мәсьәләне хәл итеп булмауы ихтимал.

«Бында дөрөҫ техник ҡарар ҡабул итеү мөһим. Бәлки, бетонлау йәки башҡа нығытыу ысулдарын ҡулланырға кәрәк булыр. Был мәсьәләне ентекләп өйрәнеп, иң ҡулайлы ҡарар ҡабул итергә тейешбеҙ», — тип белдерҙе төбәк етәксеһе.