Уның әйтеүенсә, парк Өфө халҡы араһында ҙур популярлыҡ яулаған һәм республика ҡала хакимиәте менән проектты үҙ-аллы финанслау тураһында һөйләшеп, уға бюджет аҡсаһын бүлмәй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, "Өфө муйынсағы" күберәген бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финанслана – төҙөлөш ойошмалары бүлгән аҡсаларҙан. Шуға күрә проекттың уңышы ҡала хакимиәте эшенең сифатынан һәм ҙур төҙөлөш ойошмалары менән һөҙөмтәле эшләүҙән тора.
Радий Хәбиров "Өфө муйынсағы" паркының киләсәге тураһында бәйән итте
Башҡортостан Башлығы тура бәйләнеш барышында журналист һорауына яуап биреп, проект ҡаланыҡы, уны буласаҡ Өфө етәкселеге тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәк һәм тәғәйен вазифа биләгәндәр менән иҫкә төшөргә тейеш түгел, тине.







