Тура бәйләнеш барышында йәштәрҙе сәнәғәт предприятиеларына йәлеп итеү һәм эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен күтәрҙеләр. Октябрский ҡалаһынан "Озна" компанияһы вәкиле Юрий Таушев республикала күрелгән ярҙам саралары һәм уҡыу йорттары менән эш биреүселәр араһында мөнәсәбәттәрҙең нисек үҫешеүе тураһында һорау бирҙе.
"Урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары менән эш – һеҙҙең менән эш һәм ул ике яҡлы. Был һорау күберәген миңә түгел, ә һеҙгә. Әүҙемлек күрһәткән предприятиелар уҡыу осоронда студенттарҙы күҙләй – уларға стипендиялар йә бер аҙ аҡса эшләп алырға вәғәҙәләй. Шул ваҡытта инде, ул ҡыҙ йә егет һеҙҙең предприятиеға "эҫенә" башлаясаҡ", — тип билдәләне Радий Хәбиров.







