Радий Хәбиров менән яугирҙар бәйләнешкә сыҡты

Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә махсус хәрби операция биләмәһенән дә ҡушылдылар.
Радий Хәбиров менән яугирҙар бәйләнешкә сыҡты

Радий Хәбиров уларға мөрәжәғәт итеп мин һеҙҙең менән, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, тине. Махсус хәрби операцияла атаһы, уның улы һәм ейәне нацистарға ҡаршы һуғыша. Әле "Скрипач" позывнойлы яугирҙың улы һәм ейәне Башҡортостанға ялға ҡайтҡан.

Тура эфирҙан файҙаланып ул улы һәм ейәне менән һөйләште. Яугирҙар үҙ теләктәрен дә еткерҙе. "Башҡортостан" полкының медицина ротаһында хеҙмәт итеүсе "Колибри" ҡушаматлы яугир махсус хәрби операция тамаланғас, яугирҙарҙың балалары өсөн квоталар ғәмәлдә ҡаласаҡмы, тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров әйтеүенсә, дәүләт һеҙгә рәхмәтле, әле яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын яҡлау йәһәтенән 50-нән ашыу сара ҡаралған. Махсус хәрби операция тамамланғас барыһын да уйлашырбыҙ, тине Радий Хәбиров.