"Шахтер" стадионы яҙмышы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Күмертау халҡынан ҡалалағы төп спорт обьекттарының береһе – "Шахтер" стадионына тейешле иғтибар бүлмәүенә ғәфү үтенә.
"Шахтер" стадионы яҙмышы

Республика етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, ул ҡалаға эш сәфәре барышында стадион хәле менән һәр даим ҡыҙыҡһына. Ә киләһе йыл иһә спорт үҙәгендә төҙөлөш эштәре йәнә башланырға тейеш. Бының өсөн суммалар бар. Ә әлегә Күмертау стадионы антирейтингта беренсе урында килә.