Радий Хәбиров Башҡортостанда яғыулыҡҡа бәйле белдереү яһаны

«Яғыулыҡ ҡойоу станцияларының ҡайһылары әле лә көрсөктән сыға алмай».
Радий Хәбиров Башҡортостанда яғыулыҡҡа бәйле белдереү яһаны

Тура бәйләнеш барышында төбәк етәксеһе, әлеге ваҡытта «дошман нефть эшкәртеү предприятиеларына ҡаты һөжүмдәр яһай» тине. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Башҡортостан көрсөк шарттарында эшләргә өйрәнгән, әммә хәҙер төп бурыс — һөжүмдәргә һөҙөмтәле ҡаршылыҡ күрһәтеү.

"Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: әлегә беҙ һөжүмдәргә ҡаршы торабыҙ. Нефть продукттары етештереү күләмен бер грамға ла кәметмәнек. Әйткәндәй, ҡайһы бер автозаправка станцияларыбыҙ әле лә хәлде яйға һала алмай. Сөнки уларҙа финанс юғалтыуҙар бар. Шулай ҙа беҙ, көрсөк шарттарында эшләргә өйрәндек. Хәҙер иң мөһиме — предприятиеларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу", — тип белдерҙе Радий Хәбиров.