Күсмә цивилизациялар музейын 2028 йылда асыу планлаштырыла

Билдәле булыуынса, Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәле 2025 йылдың октябрендә авария хәлендә булыуы сәбәпле һүтелде.
  • Күсмә цивилизациялар музейын 2028 йылда асыу планлаштырыла

Тикшереүҙәр уның конструкцияһының ныҡ туҙыуын һәм етди зыян күреүен асыҡланы. Һәйкәлде һаҡлап ҡалырға һәм тергеҙергә ҡарар ителде. Ә Өфөләге тарихи урында батырҙың яңы бронза һыны ҡуйыласаҡ. Ул элекке скульптураның тышҡы ҡиәфәтен мөмкин тиклем теүәл ҡабатлай. Радий Хәбиров белдереүенсә, Күсмә цивилизациялар музейын 2028 йылдың уртаһында асыу планлаштырыла. Шулай итеп, иҫке һәйкәл музей экспонаты булараҡ һаҡланасаҡ һәм уны һәр кем яҡындан күреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.

Тура бәйләнеш ваҡытында Әр-Рәхим мәсетенең яҙмышына ҡағылышлы һорау ҙа бирелде. Радий Хәбиров уның фасад өлөшөн эшләү быйыл тамамлана, тине.