13 ноябрь 112-се Башҡорт дивизияһы ойошторолған

13 ноябрь Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға, тап ошо көндә 112-се Башҡорт дивизияһы ойошторолған.
  • 13 ноябрь 112-се Башҡорт дивизияһы ойошторолған

Халыҡ тормошонда һиҙелерлек эҙ ҡалдырған был тарихи дата йыл һайын лайыҡлы билдәләнә. Легендар дивизия, башлыса, башҡорт һыбайлыларынан туплана. Сталинград янында еңеү Бөйөк Ватан һуғышының һынылышлы мәле – шул алыштан совет ғәскәрҙәре һөжүмгә күсә. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы ла тап Сталинградтан башлана. Шайморатов етәкселегендә ул Сталинград, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ юл үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһың дүрт меңгә яҡын яугиры төрлө орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Шуларҙың етмеш һигеҙе Советтар Союзы геройы.