Радий Хәбиров Өфөлә Галле ҡалаһы исемендәге урамдың яңы өлөшөндә хәрәкәт башлауға старт бирҙе

Юлсылар М-5 "Урал" һәм М-7 "Волга" федераль трассаларын бәйләүсе транспорт коридорының мөһим өлөшө - Салауат Юлаев проспектынан Комсомол урамына тиклем эштәрҙе тамамланы.
  • Радий Хәбиров Өфөлә Галле ҡалаһы исемендәге урамдың яңы өлөшөндә хәрәкәт башлауға старт бирҙе

Хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжеты.

Көнсығыш сығыу юлының дауамы Өфөнөң ике яғындағы ике ҙур федераль артерияны — М-5 «Урал» һәм М-7 «Волга» трассаларын бер бөтөнгә берләштерҙе. Был баш ҡала эсендәге хәрәкәтте еңеләйтеп кенә ҡалмай, ә, ғөмүмән, хәүефһеҙлек өсөн дә яҡшы, ти ике йыл был юл участкаһында эшләүсе Фәнүр Юнысов. Өфө водителдәре Салауат Юлаев проспектынан Комсомол урамына тиклемге яңыртылған өлөшө сафҡа инеүҙе түҙемһеҙлек менән көткән. Тантана барышында республика етәксеһе ошо ҙур проектты тормошҡа ашырыуҙа фиҙакәр хеҙмәте өсөн юлсыларҙың бер төркөиөнә бүләктәр тапшырҙы.

Оҙонлоғо бер километр йөҙ метр самаһы тәшкил иткән дүрт һыҙатлы заманса магистраль Көнсығыш сығыу юлын ҡаланың көнбайыш өлөшө һәм Затон күпере менән туранан-тура бәйләй. Быға тиклем Көнсығыш сығыу юлынан килгән бөтә транспорт ағымы бары тик Салауат Юлаев проспектына ғына йүнәлтелә ине, был иһә иртән һәм кис тығындар барлыҡҡа килтерҙе. Хәҙер иһә водителдәр урау юлдарһыҙ ғына Комсомол урамына, Октябрь проспектына һәм артабан М-7 трассаһы йүнәлешендә Затон күперенә сыға ала.

Төҙөлөш барышында юл ҡатламы ғына һалынып ҡалмаған — 12 саҡрым оҙонлоғонда инженер коммуникациялары яңыртылған, Николай Дмитриев урамына сығыу юлдары эшләнгән. Иң мөһиме — водителдәрҙе борсоған һорауға нөктә ҡуйылды: яңы участка буйлап йөрөү тулыһынса бушлай. Шулай итеп, утыҙ йылдан ашыу элек планлаштырылған ҙур транспорт проекты тулыһынса тиерлек тамамланды. Яңы юл баш ҡала эсендәге хәрәкәтте еңеләйтеп кенә ҡалмай, тотош республиканың транзит мөмкинлектәрен дә яңы кимәлгә күтәрә.