Быйыл был сара Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторола. Проект авторы, Дәүләт Думаһы депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡатмарлы осорҙа яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтелгән ярҙамдың баһалап бөтөргөһөҙ әһәмиәткә эйә тине. Бөгөн уртаҡ маҡсат һәм берҙәм ҡиммәттәр айырым халыҡтарҙы ғына түгел, бөтә Рәсәйҙе оло бер ғаилә итеп тупланы. Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, шуға ла милләт-ара дуҫлыҡты һаҡлап ҡалыу һәм илһөйәрлек рухын нығытыу бик мөһим.
Стәрлетамаҡта патриотик фестиваль үтәсәк
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары араһында дүртенсе асыҡ төбәк-ара патриотик фестиваль үтәсәк.







