Төп маҡсат – киләсәккә дикторҙар, журналистар әҙерләү, «Башҡортостандың алтын тауышы»ның эшен дауам итеү, тип хәбәр итте ойоштороусылар. Конкурста мәктәп уҡыусыларынан ике эш көтөлә: яңылыҡтар сығарылышы әҙерләү һәм уҡыу, дуҫлыҡ темаһына репортаж. Ижади эштәрҙе 15 ғинуарға тиклем «Диктор тауышы» төркөмөндәге пост аҫтына һалырға, исем-фамилияһын, мәктәбен күрһәтергә, ә тулы анкетаны төркөмдөң хәбәрҙәренә ебәрергә кәрәк. Еңеүселәр 5 февралдә Әхәт Мортазиндың тыуған яғы Учалыла иғлан ителә.
Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин күптәрҙең остазы, журналистар уға ҡарап үрнәк алды, тәжрибә тупланы. Шулай уҡ ул спорт яратты. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин 59 йәшендә беҙҙең аранан китте. Республикала телевидение һәм радио үҫеше Әхәт Мотаһар улының тынғыһыҙ хеҙмәтенә бәйле. Ул ысын мәғәнәһендә Башҡортостандың алтын тауышы булды. Легендар дикторҙы һәр ҡала, ауылда беләләр ине. Һәр йорттоң һәм ғаиләнең ағзаһы ине. Республика Левитаны тип йөрөттөләр уны. Утыҙ йылдан ашыу көн һайын тиерлек ошо ҡабатланмаҫ тенор, үҙенсәлекле, мөһабәт тауыш Башҡортостан халҡын уятты. Әхәт Мортазин 80-се йылдарҙа балалар тапшырыуҙары алып барыусыһынан башлап, тиҙ арала киң танылыу алған дикторға тиклем күтәрелде. Уҡытыусы булырға хыялланған егет, үҙе лә һиҙмәҫтән журналистикаға бирелеп китә һәм яҙмышының был юҫыҡҡа алып килеүенә бер ҡасан да үкенмәй.







