Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә йомғаҡ яһалды

Унда 7 мең 445 мөрәжәғәт килгән.
  • Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә йомғаҡ яһалды

Халыҡ социаль селтәрҙәр һәм чат-боттар аша 4 мең 866 һорау, «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» платформаһы аша 267 мөрәжәғәт ебәргән. Телефонға 2 мең 312 шылтыратыу ҡабул ителгән. Халыҡты, башлыса, юлдар торошо, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль хеҙмәтләндереү, һаулыҡ һаҡлау һәм төҙөкләндереү мәсьәләләре борсой. Өфөнән 2 мең 780, Стәрлетамаҡтан 329, Өфө районынан 263, Иглиндан 203, Нефтекаманан 180 мөрәжәғәт килгән. Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнеш 4 сәғәт 29 минут дауам иткән. Эфир барышында Радий Хәбиров 80-дән ашыу һорауға яуап биргән.

Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура эфирҙағы әңгәмәһендә күтәрелгән мәсьәләләр хәл ителә башланы. Шишмәләге Әлкә ауылында йәшәүселәр, мәҫәлән, мәктәп уҡыусыларын автобус менән ташыу өсөн водитель юҡлығына зарланғайны. Мәсьәләгә яуап 3 көндә табылған.

Ә тиҙҙән Көйөргәҙеләге Павловка ауылындағы фельдшер акушерлыҡ пунктың яңыртырға тейештәр. Урындағы халыҡтың мөрәжәғәтенә ҡолаҡ һалған һаулыҡ һаҡлау министрлығы.