Республика хөкүмәте премьер-министры Мәскәүҙә Халыҡ-ара экспорт форумында ҡатнаша

Республика хөкүмәте премьер-министры Мәскәүҙә "Рәсәйҙә эшләнгән" Халыҡ-ара экспорт форумында ҡатнаша.
  • Республика хөкүмәте премьер-министры Мәскәүҙә Халыҡ-ара экспорт форумында ҡатнаша
Унда ҡатнашыусылар Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин рәйеслегендәге пленар ултырышта халыҡ-ара кооперацияның яңы йүнәлештәрен һәм экспорт проекттарын финанслауҙы тикшерҙе. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Роман Чекушов менән осрашыуҙа Александр Шельдяев республиканың тышғы иҡтисади эшмәкәрлек һөҙөмтәле менән таныштырҙы. Унда шулай уҡ Башҡортостандың сит илдәрҙә индустриаль һәм технопарктар булдырыу тәжрибәһе лә тикшерелде. Рәсәйҙең экспорт үҙәге директоры Вероника Никишина менән менән осрашыуҙа урында етештерелгән тауарҙарҙы сит илдәргә һатыу геграфияһын киңәйтеү тураһында һүҙ барҙы.