Яңы подразделение контрактсылары, шул иҫәптән ғаилә ағзалары федераль һәм республика льготаларынан файҙалана ала. Әммә яугирҙәр өсөн өҫтәмә өҫтөнлөктәр ҙә бар. Дрон операторҙары өсөн төп өҫтөнлөк — алғы һыҙыҡтан алыҫтараҡ хеҙмәт итеү. Батальондың шәхси составы фронт һыҙығына ебәрелмәйәсәк. Бынан тыш, бөтә кандидаттарҙы бушлай уҡытыу ойошторола, шунан һуң яугирҙәр заманса һөнәргә эйә була. Контракттың төп шарты – башҡа подразделениеларға күсеү һәм һөнәрҙе алмаштырыу тыйыла. Хеҙмәт итеү ваҡыты аныҡ билдәләнгән һәм бер йыл тәшкил итә, аҙаҡ яугир хеҙмәтен ҡалдырырға йәки оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөргә мөмкин. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң һәм 180 көн хеҙмәт иткән һайын 200 мең һум, шулай уҡ эш хаҡынан тыш көнөнә ике мең һум түләнә. Хеҙмәттең беренсе йылында килем 4 120 000 һумға етә.
"Хәбир" позывнойлы был яугир Муса Гәрәев исемендәге батальонда икенсе ай хеҙмәт итә. Ул водитель булып эшләй. Батальон дрондар менән идара итеүгә махсуслашһа ла, бында башҡа һөнәр эйәләре лә бик кәрәк. Әле хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр бихисап. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килеүселәр ҙә бар. "Барон" позывнойлы был егет Санкт-Петербургтан килгән.
Өфөлә һайлап алыу пунктына хеҙмәт итергә теләүселәр тәүлек әйләнәһенә килә. Улар бында "берҙәм тәҙрә" форматында барлыҡ процедураларҙы үтеп контрактҡа ҡул ҡуя. Яңыраҡ Өфөлә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар батальоны штабы ла эшләй башланы. Ул Октябрь революцияһы урамындағы өсөнсө йортта урынлашҡан. Был көндәрҙә унда батальондың ремонтлау взводы бүлеге командиры ла эшләй. Ул контрактҡа ҡул ҡуйырға теләүселәр менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләшә.Батальон штабына килеүселәр барлыҡ рәсми документтар менән таныша, барлыҡ һорауҙарға яуап таба ала.
Батальонда махсус контракт бер йылға төҙөлә. Аҙаҡтан инде яугир хеҙмәтен ҡалдыра йәки оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөй ала.Батальон республиканан даими рәүештә гуманитар ярҙам алып тора. Яугирҙар әйтеүенсә, дрон операторҙары өсөн төп өҫтөнлөк — алғы һыҙыҡтан алыҫтараҡ хеҙмәт итеү. Хеҙмәттең беренсе йылында килем 4 120 000 һумға етә.







