Мәскәүҙә Радий Хәбиров Мәскәү политехник университеты ректоры Владимир Миклушевкий менән осрашып бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында һөйләшеп килеште. Ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеген үҫтереү, белемде камиллаштырыу, йәштәрҙең конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, форумдарҙа ҡатнашыуына булышлыҡ итеү ҡарала. Мәскәү политехник университетында әле Башҡортостандан 201 студент белем ала. Радий Хәбиров университеттың матди-техник базаһы менән танышты, уға студенттар көсө менән эшләнгән уҙыш машинаһын да күрһәттеләр. Университет шулай уҡ эдектромотоциклдары менән дә билдәле. Осрашыу йомғаҡтары буйынса Радий хәбиров университет менән килешеүҙең мөһимлеген билдәләне.
Башҡортостан һәм Мәскәү политехник университеты килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан һәм Мәскәү политехник университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.







