Мәскәүҙә Рәсәйҙең транспорт тармағының төп ваҡиғаларының береһе булған ХХ «Транспорт аҙналығы» сиктәрендә «Рәсәй транспорты» Халыҡ-ара форумы һәм күргәҙмәһе эш башланы. Форум эшендә республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнаша. Быйыл форумда һөҙөмтәле эшләгән транспорт системаһын үҫтереүгә һәм транспорт буйынса милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға баҫым яһала. Форумда ҡатнашыусылар транспорт инфраструктураһын үҫтереүҙе, пассажирҙар ташыуҙарҙы камиллаштырыуҙы, инвестициялар йәлеп итеүҙе, транспорт хәүефһеҙлеген һәм пассажирҙар өсөн уңайлы шарттарҙы тикшерә.
Радий Хәбиров "Аэрофлот" авиакомпанияһы генераль директоры менән осрашыуҙа Красноярск хабы аша Ҡытай һәм Көньяҡ-көнсығыш Азияға осоштарҙы үҫтереү мөмкинлектәрен дә тикшерҙе. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә республика юл һәм транспорт тармағын үҫтереүгә йүнәлтелгән өс федераль проектта ҡатнаша. 2026 йылда уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ҡаралған бюджет аҡсаһының дөйөм күләме 9 миллиард 600 миллион һум шуның 7 миллиар 800 миллионы федераль ҡаҙнанан бүленгән.







