Миллиондан ашыу кеше йәшәгән мегаполиста ҙур үҙгәрештәр булырға тейеш, тип иҫәпләй Рөстәм Динислам улы. Улар тәү сиратта социаль инфраструктура, транспорт системаһы, көндәлек тормошҡа ҡағыла. Рөстәм Шәрипов Өфөләге Октябрь революцияһы урамын төҙөкләндереүгә туҡталып тиҙҙән ул иң матур урындарҙың береһе буласаҡ, тине. Ғөмүмөн, Рөстәм Шәрипов халыҡҡа яҡын етәксе булараҡ билдәлелек алған. Ул эшләп киткән Бөрйән, Хәйбулла райондарында халыҡ уны көслө етәксе булараҡ хәтерләй.
Минең эшемә баһаны халыҡ бирергә тейеш
Был турала Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең яңы башлығы Рөстәм Шәрипов "Башҡортостан 24" телевизион каналына интервьюһында белдерҙе.







