Махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре шифаханала дауалана ала

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 11 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары республика шифаханаларында ял иткән.
  • Махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре шифаханала дауалана ала

Улар араһынан 2 мең 108-е хәрби хеҙмәткәр, 8 мең 900-е яугирҙәрҙең туғандары.

Вице-премьер – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, һаулығын нығытыуға мохтаж һәр кем уңайлы шарттарҙа һәм тулы күләмдә ярҙам алырға тейеш. Бының өсөн көслө диагностика базаһы һәм төрлө дауалау йүнәлештәре булған шифаханалар һайлап алынған. Дауалау программаһы табиптарҙың тәҡдимдәрен һәм һәр кешенең һаулығын иҫәпкә алып төҙөлә. Махсус хәрби операция яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләре әле 15 шифаханала дауалана ала. Учреждениелар конкурс нигеҙендә һайланған. Шифаханаға барыу өсөн яугирға йәки уның яҡынына раҫланған исемлектән учреждениены һайлап алырға ғына кәрәк.