Декабрь баштарында Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтәсәк

Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәре, сит илдәр вәкилдәре килеүе көтөлә.
  • Декабрь баштарында Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтәсәк
Хөкүмәт премьер-министры Александр Шельдяев билдәләүенсә, был сара Башҡортостанды танытып ҡына ҡалмай, иҡтисади һәм технологик үҫешкә лә ныҡлы этәргес бирә. Бизнес менән дәүләт араһында эшлекле һөйләшеү өсөн дә аҙналыҡ һөҙөмтәле майҙансыҡҡа әйләнер, тигән ышаныс белдергән Хөкүмәт премьер-министры. Халыҡ-ара бизнес аҙналығында былтыр 21 илдән һәм илебеҙҙең 21 төбәгенән 2 мең 500 кеше ҡатнашты. 15 миллиард һумлыҡ 20 килешеүгә ҡул ҡуйылды.