«Татар йыры» фестивале дуҫтарын йыйҙы

Моң һәм сәнғәт һөйөүселәр өсөн йылдың көтөп алынған ваҡиғаларының береһе — «Татар йыры» фестивале 11-се тапҡыр үҙенең дуҫтарын йыйҙы.
  • «Татар йыры» фестивале дуҫтарын йыйҙы

2026 йылғы тамаша ниндәй яңылыҡтар әҙерләгән һәм сәхнә түрендә кемдәр балҡыны? Сағыу тамаша хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева сюжетында.

Ун йылдан ашыу «Татар йыры» халыҡ-ара эстрада фестивале тамашасыларҙың йөрәгендә айырым урын биләй. Ул — ябай концерт ҡына түгел, ә йыл дауамында халыҡ күңелен яулаған иң сағыу хиттарға, моңло тауыштарға һәм яңы исемдәргә юғары баһа биреү майҙаны.

Быйылғы 11-се миҙгел айырыуса киң ҡолас менән үтте. Ноябрь айында Өфөнөң иң ҙур майҙансыҡтарының береһе — «Өфө-Арена» тамашасыларҙы үҙенә йыйҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, быйыл сәхнә биҙәлеше лә, тамашаның режиссураһы ла бөтөнләй яңы кимәлгә күтәрелгән.

27 йыл элек барлыҡҡа килгән фестиваль — хәҙер төп музыкаль ваҡиға. Был ваҡыт эсендә ул илебеҙҙең 10 ҡалаһын солғап алып, 200 гә яҡын артисты йыйҙы.

Сәхнә түрендә — татар һәм башҡорт эстрадаһының легендалары, халыҡтың яратҡан йырсылары, шулай уҡ йәш быуын хитмейкерҙары. Һәр береһе өсөн «Алтын барс» статуэткаһына лайыҡ булыу — оло мәртәбә һәм йыл буйына башҡарған ижади хеҙмәттең иң юғары емеше.

Моңло йырҙар, сағыу образдар һәм күңелдәрҙе тетрәндерерлек ихлас хистәр — «Татар йыры – 2026» тамашасыларға онотолмаҫлыҡ байрам бүләк итте. Йыр-моңға ғашиҡ күңелдәр бергә булғанда, сәнғәтебеҙ ҙә мәңге йәшәйәсәк!