Бында байрамға әҙерлек йылдам бара. Белгестәр конструкцияларҙы ҡороу һәм майҙанды биҙәү эштәре менән мәшғүл. Ҡала советы янындағы яңы йыл резиденцияһы ҡышҡы байрам көндәрендә Өфөнөң иң популяр урындарының береһенә әйләнә. Бында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыуҙар ойошторола, балалар һәм өлкәндәр өсөн фотозоналар һәм күңел асыу программалары эшләй. Былтыр резиденция 25 декабрҙә асылғайны. Байрам майҙансығына бөтәһе 200 меңдән ашыу кеше килде.
Ҡыш бабай резиденцияһы 26 декабрҙә асыла
Баш ҡаланың төп яңы йыл майҙансығы ҡунаҡтарҙы Яңы йылға бер нисә көн ҡалғас ҡабул итә башлай.







