"Рәсәй-Башҡортостан" радиоһының яңы һулышы

Үҙенең йөҙ йылығын билдәләйәсәк радиостанция юбилейы алдынан техник мөмкинлеген камиллаштыра.
  • "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһының яңы һулышы

Быға тиклем ҡулланылған һәм сит илдә етештерелгән ҡорамалдарҙы Рәсәйҙә сығарылған аппаратура алыштырасаҡ. Теманың дауамы хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин яҙмаһында.

Хәбәрсе. Иртәнге 8 сәғәт 10 минут һәм "Рәсәй-Башҡортостан радиоһы" студияһында "Самауыр" тапшырыуы. Был юлды самауыр ҡайнатыу алып барыусы Фәтих Муллахмәтов өҫтөндә.

Тауыш режиссеры Дилара Латыпова өсөн дә был самауырҙың сәйе эҫе. Сөнки, яңы аппаратура менән эшләү еңел булһа ла, өйрәнеүе ҡатмарлыраҡ. Һанлы микшер пульты иғтибар талап итә.

Быға тиклем "Рәсәй-Башҡортостан радиоһы" студияһында Италияла сығарылған пульт тора ине. Хәҙер уны сенсор экраны, фейдерлы ҡоролма алыштыра. Рәсәйҙә сығарылғаны "яңы быуын" тип иҫәпләнә.

Тышы ғына түгел, ә эсе лә яңы яңы пульттың.

"Рәсәй-Башҡортостан радиоһы" хәҙер яңғыҙы түгел. Ул Бөтә Рәсәй телерадиохолдингы селтәрендә лә күренәсәк.

Аппаратты ҡороу өсөн көндәр ҙә кәрәк. Был сәғәтлек эш түгел. Ә юбилейын "Рәсәй-Башҡортостан" радиоһы йәнә яңы кейемдә ҡаршылаясаҡ. Киләһе йыл операция системалары менән монтажлау программалары үҙгәрә.