Балалар баҡсаһына - альтернатив ысул менән

Өфөлә өс йәшкә тиклемге балаһына дәүләт балалар баҡсаһына электрон сиратта торған ата-әсәләр альтернатив ысул менән файҙалана ала.
  • Балалар баҡсаһына - альтернатив ысул менән
Өфө мэры Рөстәм Шәрипов шәхси мәктәпкәсә ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға тейешле сертификаттар биреү тәртибен раҫланы.
Муниципаль баҡсала урын булмаһа, ата-әсәләр райондың мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итә һәм махсус реестрҙан шәхси балалар баҡсаһын һайлай ала. Сертификатты мөрәжәғәт иткән көндә үк рәсмиләштерәләр, ә ғаиләнең баланы һайлап алған учреждениеға алып барыу һәм теркәү өсөн 5 эш көнө бар. Сығымдарҙы финанслауға субсидиялар ҡала бюджетынан бүленә. Сертификат балаға өс йәш тулғансы ғәмәлдә ҡала. Әгәр сабыйҙы муниципаль балалар баҡсаһына күсерһәләр, ул юҡҡа сығарылати хәбәр итә «Башинформ» агентлығы.