Сөнки, иртән һәм кисен автоһәүәҫкәрҙәр тығындарҙа тормайынса Затон күперенә сығыр өсөн шәхси өйҙәр аша үтә һәм урындағы халыҡты хәүеф аҫтына ҡуя. Беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙма.
Йәнә юлдар мәсьәләһе. Әгәр ҙә Өфөнөң үҙәк урамдарында иртәле-кисле 10 баллыҡ тығындар барлыҡҡа килһә, шәхси секторҙа урынлашҡан Крупская урамында хәрәкәт иртәнән кискә тиклем тынмай, етмәһә бында урамдар тар ғына.
Илшат Кәримов бында 20 йыл самаһы йәшәй һәм тығындар ғәҙәти күренеш, тип белдерә. Ҡапҡаны асыу менән кешеләргә еңел автомобилдәр, ҡайһы берендә йөк машиналары менән күҙмә-күҙ осрашырға тура килә.
Машиналары булған йорт хужалары ла ҡайһы берендә ихатаһынан сыға алмай. Урамға ингән урында Автомобилдәргә үтә сығырға рөхсәт ителмәй, тигән билдә ҡуйылған. Әммә, автоһәүәҫкәрҙәр уны инҡар итә һәм шәхси секторҙа йәшәүселәргә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Тротуарҙарҙың булмауы тағы бер бәлә.
Урындағы халыҡ белдереүенсә, бынан үткән автоһәүәҫкәрҙәрҙең үҙ ҡануны ла бар. Затон күпере яғына улар Крупская урамы буйлап күтәрелә, ә ҡалаға Йылға урамы буйлап инә.
Ҡышын йәйәүлеләргә үтер өсөн көрт ҡамасаулай. Инспекторҙарҙың тороуы водителдәрҙе ҡурҡытмай, хатта 750 һум штраф һалыныуы ла ҡаршылыҡ түгел. Автоһәүәҫкәрҙәр иһә урам башында билдә торғанын күрмәнек, тип белдерә.
Халыҡ "саң ҡаға" һәм бөтә тейешле ведомстволарға мөрәжәғәт итә. Сөнки, ғүмерҙәре хәүеф аҫтында.
Совет районы хакимиәтендә мәсьәлә тураһында хәбәрҙар һәм йыл һайын юлдың был өлөшөндә соҡорҙарҙы ямау буйынса ремонт эшләйҙәр.
Крупская урамында йыш ҡына авариялар теркәлә, машиналар ҡапҡаларға барып төкөлә. Хәҙер хәл менән тейешле ведомство ҡыҙыҡһына.
Машиналар хәүеф тыуҙырып Крупская урамы аша йөрөй бирә. Юлды тәртипкә килтереүгә ҡасан аҡса бүленер билдәһеҙ. Тимәк, кешеләрҙең именлеге һуңғы һорау улып ҡала. Халыҡтың түҙемлеге оҙаҡҡа етер микән?







