Уның эшендә министрлыҡ-ведомство етәкселәре ҡатнашып, сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарында именлекте көсәйтеү мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Кәңәшмәлә пилотһыҙ осоу аппараттарынан һаҡланыу системаһын камиллаштырыу, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен һаҡлау буйынса доклад тыңланылды. Хөкүмәт Премьер-министры билдәләүенсә, пилотһыҙ осоу аппараттарының сәнәғәт объекттарына һөжүме йышая бара, шуға күрә әүҙем һәм пассив һаҡланыу сараларын көсәйтеү мөһим. Ултырыш барышында халыҡтың, сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарында өҫтәмә именлекте тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды. Хөкүмәт рәйесе Александр Шельядев предприятиелар һәм халыҡ именлегендә торған хәрбиҙәргә Башҡортостан башлығының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.







