Проектты беҙҙең телерадиокомпания тормошҡа ашырҙы. Тәүге күсермәһе тантаналы шарттарҙа Әлфиә Кәримоваға тапшырылды. "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы директоры Азамат Сәлихов уны — Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе, халыҡ шағиры ҡыҙының 75 йәшенә бүләк итте. Тулыраҡ Гүзәл Батыраева сюжетында.
Был кадрҙарҙа — Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәм уның ҡыҙы Әлфиә. Улар, һәр ваҡыттағыса, икәүләшеп күңелле итеп ваҡыт уҙғара, ихлас аралаша. Һуңыраҡ Әлфиә Мостай ҡыҙы атаһының бик күҙәтеүсән булыуы, балаларынан көндәре нисек үтеүе, ниҙәр менән шөғөлләнеүҙәре хаҡында һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тороуы тураһында һөйләйәсәк. «Әлфиә хикәйәләре» китабының сюжеттары тап шулай тыуа. Тап ошо әҫәр аша Мостай Кәрим балалар әҙәбиәтенә мөрәжәғәт итә һәм балалар яҙыусыһы булып та таныла.«Әлфиә хикәйәләре» Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында ҡуйылып — нисә миҙгел тамашасы һөйөүен яулай.Китап бар, спектакль бар... Әлфиә Мостай ҡыҙының юбилейына үҙенсәлекле бүләк-«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры Азамат Сәлихов пластинка яҙҙырырға тәҡдим итә. Тантаналы мәл! Үҙенсәлекле бүләк Әлфиә Мостай ҡыҙына тапшырылды.







