Әсәйҙәр — ғаилә тотҡаһы, ғаилә усағын һаҡлаусы. Һәр кемгә үҙенең әсәһе иң яҡыны, иң ҡәҙерлеһе. Әсәйҙәр көнө — ул йылдың иң нескә, иң рухи һәм иң мөһим байрамдарының береһе. Был көн беҙгә иң яҡын кешегә — тормош биреүсегә, тәрбиәләүсегә, һәр ваҡыт аңлаусыға һәм яҡлаусыға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерергә мөмкинлек бирә. Әсәй һүҙе — ул мөхәббәт, сабырлыҡ, изгелек һәм ҡабатланмас игелек символы. Өфөлә Әсәйҙәр көнө алдынан герой-әсәйҙәрҙе, күп балалы әсәйҙәрҙе Әсәлек даны миҙалдары, Ата-әсәлек даны, ата-әсәлек батырлығы ордендары менән бүләкләү тантанаһы үтте. Әсәйҙәрҙе тәбрикләү ысын мәғәнәһендә байрам, ә был байрамдың тарихы хәҙер сирек быуаттан ашыу. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән был осрашыуға саҡырылған гүзәл заттар биш һәм унан да күберәк сабыйға ғүмер бүләк иткән. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙарҙы тәрбиәләгән.Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡты яҡлау артабан да дәүләт кимәлендә алып барыласаҡ сәйәсәт булып ҡаласаҡ. “Әсәйҙәр көнөн” билдәләгән ваҡытта юғары наградалар алыу байрам кәйфен тағы ла арттыра. Ул киләсәккә ышаныс һәм өмөт өҫтәй.
Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсәйҙәр көнө билдәләнә
Ул илебеҙҙә уҙғарылған башҡа байрамдар араһында айырым урын алып тора.







