Хоҡуҡи документтар араһындағы иң мөһимдәренең береһе – субъекттың социаль-иҡтисади үҫешен күҙаллау проекты. Депутаттар алдағы 3 йылға бюджет проектын да раҫларға тейеш. Акттарҙың айырым өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеүгә бәйле. Парламент хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән видеосюжет.
Башҡортостан парламентының был кесаҙналағы ултырышы айырыуса әһәмиәтле. Тап ноябрҙәге кәңәшмә республика иҡтисадының киләсәген билдәләй. Ни тиһәк тә, субъекттың алдағы 3 йылға бюджет проекты көндәлек тормош, йәшәйеш нигеҙе. Шулай итеп, Башҡортостан ҡаҙнаһының киләһе йылда килем өлөшө 326 миллиард 200 миллион һум кимәлендә. Әммә сығымдар 20 миллиардҡа күберәк. Тимәк, бюджет дефицитлы буласаҡ. Был аҡса етмәй, тигәнде аңлатмай. Башҡортостан федераль кимәлдәге ярҙамды ла аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостан дефицитлы бюджетҡа артыҡ иғтибар итмәҫкә, социаль йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәргә тейеш. Башҡарма власть органдары ошоларҙы вәғәҙәләй.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаилә ағзалары, күп балалы ғаиләләр һәм башҡалар һәм башҡалар. Социаль йөкләмәләрҙе теүәл үтәү – йәмғиәт тотороҡлоғо. Тағы шуныһы, бөгөнгө шарттарҙа алғы һыҙыҡта булыусы хәрбиҙәргә булышлыҡ итеү — республиканың көндәлек бурысы. Был йәһәттән парламент депутаттары яңы ҡағиҙәләрҙең ғәмәлгә индереләсәген раҫлай. Башҡортостан бөгөн дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ хеҙмәттәшлеге позицияларын яҡшыртыу юлдарын билдәләй. Мәҫәлән, райондарҙа ошондай ысул буйынса дауаханалар төҙөү мөмкинлеге булмаясаҡ. Сөнки, муниципаль берәмектәрҙә, айырым төр сирҙәрҙе дауалау буйынса үҙәктәр тик дәүләттеке тип кенә иҫәпләнергә тейеш. Сәләмәтлек нигеҙҙәренең береһе, әлбиттә, тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү. Парламент ултырышында был мәсьәлә лә ентекле өйрәнелә. Бигерәк тә, йәмәғәт урындарында төтөн быҫҡытыусыларҙы иҫкәртеү тураһында һүҙ күптән бар. Әммә әлегә төп һүҙ бюджет. Башҡортостандың киләһе өс йылға иҫәпләнгән ҡаҙнаһы проекты тағы ла тикшереләсәк. Икенсе уҡыуҙа уға өҫтәмәләрҙең индерелеүе лә бар. Парламентарийҙар был йәһәттән һәр бер пунктты ентекле өйрәнергә тейеш.







