Йәшәү сығанағынан мәхрүм халыҡ. Мишкә районының Ҡалмаҙан ауылында бер ай дауамында йорттарға һыу килмәй. Сәбәбе – эштән сыҡҡан һыу башняһының насосы. Яңыһын һатып алырға ауыл халҡы аҡса ла йыйған. Тик әлегә ҡоролма ла, һыу ҙа юҡ. Рәлиә Сәхибгәрәева репортажы.
Рәйсә инәй кранды күпме генә бормаһын, бер тамсы ла һыу төшмәй. Бер ай инде Мишкә районының Ҡалмаҙан халҡы һыуһыҙ интегә. Ағинәйҙәр ауылдың шулай юҡҡа сыға барыуына әсенеп, яҡшы замандарҙы иҫкә ала.
Йәшерәктәр һыу артынан шишмәгә йөрөй. Йәш тип инде, мәҫәлән, Зәбиә инәй 70 йәшен ҡыуа. Килен булып төшкән ваҡыттарҙағы кеүек көйәнтә менән яңынан һыу ташырға кәрәк булыры башыма ла инеп сыҡмай ине, ти ул.
Ике биҙрә һыу алып ҡайтыр өсөн бер сәғәттән ашыу ваҡыт һәм өс километрға яҡын юл үтергә кәрәк.
Ауылдан шишмәгә юл таутүбән илтә, ә инде тулы биҙрәләр менән тауға табан менергә кәрәк. Беҙ Алина менән 500 метр ҙа үтмәнек – хәл бөттө. Ә ауылда өлкән кешеләрҙең йәшәүен иҫәпкә алғанда, был уларға бигерәк тә ҡыйынға тура килә.
Биҙрә менән ташыған һыу сәй эсергә генә етә. Ә бит ауылда мал-тыуарға, ҡош-ҡортҡа эсерергә, баҡсаға һибергә лә һыу кәрәк.
Ауыл хакимиәтендә һыу башняһының насосы эштән сыҡҡан тип аңлаттылар. Яңыһын алырға халыҡ аҡса ла йыйған. Тик ул ғына етмәй, райондан ярҙам көтәбеҙ, тине ауыл хакимиәте башлығы.
Йорттарға тиҙ арала һыу килеүен ауылда өмөтләнеп көтәләр. Шулай ҙа ыҙа сиккән халыҡ үҙ көстәре менән ҡойо ҡаҙыта башлаған. Улар был эшкә пенсияларының һуңғы тиненә тиклем бирергә әҙер, сөнки һыуһыҙ бер көн дә йәшәп булмай. Һыу бит йәшәү сығанағы.