Башҡортостан халҡы күпләп ситкә күсеп китә. Был айырыуса һуңғы йылдарҙа ныҡ күҙәтелә. Миграция сәбәптәре нимәлә һәм уны хәл итеү юлдары бармы? Хәбәрсебеҙ Закир Шәриповтың Урал аръяғынан әҙерләгән махсус репортажы.
Ҡатын-ҡыҙҙға 70 төрлө һөнәр ҙә аҙ. Эйе-эйе, сөнки, бөтә донъя мәшәҡәттәре улар иңендә. Баҡса эштәре, мал ҡарау, балалар тәрбиәләү – быларҙың барыһын да хәҙер ҡатындар яңғыҙы башҡара. Сөнки, ирҙәре ғаиләһен ҡарайым тип алыҫ себер тарафтарында йөрөй.
Ә был йорттан ғаилә башлығы ғына түгел, бөтә балалары ла себер тарафтарында эшләй. Хужабикәгә бер үҙенә ир һәм ҡатын эшен башҡарырға тура килә.
2000-се йылдар башында Гүзәл Билалованың тормош иптәше беренселәрҙән ситкә эшкә китә һәм 16 йылдан ашыу ҡырҙа йөрөй.
Колхоз тарҡалғас, Радик Баймырҙин ғаиләһен ҡалдырып, вахтала йөрөй. Донъя алмаш килә, ти халыҡ мәҡәле. Хәҙер, киреһенсә, ир өйҙә, ә ҡатыны ҡырҙа аҡса эшләй.
Радиҡ Баймырҙин ҡура тултырып мал үрсетә. Һыйырын да һауа, икмәген дә бешерә. 20-30 йыл элек донъялар ошолай булыр, тип күҙ алдына ла килтермәй инем, ти ул.
Байғусҡар ауылында 175 йорт иҫәпләнә, шуларҙың 50-гә яҡыны бөтөнләй буш тора.
Күпселек кешеләр хеҙмәт урындары булмағанлыҡтан күсеп киткән. Ауылда мәктәп ябылғас бихисап ғаилә балаларын уҡытам, тип ҡалаға йәшәргә киткән.
Уҙған йылда Хәйбуллала 2 меңгә яҡын хеҙмәт урыны булдырылған, 500 кеше эш менән тәьмин ителгән.
Апрелгә ҡарата районда 400-гә яҡын буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бирелгән. Хеҙмәт хаҡы 7 мең ярымдан башлана һәм уртаса 12-15 мең һум тирәһе. Ләкин, халыҡ бындай аҡсаға ылығып бармай.
Хәйбулла районында 31 меңдән ашыу кеше теркәлгән. Уларҙың 17 меңдән ашыуы эшкә яраҡлы тип иҫәпләнә. Район халҡының 70 процент самаһы урындағы сәнәғәт предприятиеларында эшләй. Ә ҡалғандарына эш эҙләп ситкә китергә тура килә.
Баймаҡ районынан да халыҡ күпләп ситкә йөрөп эшләй. Мәҫәлән, Байыш ауылынан ғына 30-ған ир һәм 20-ләгән ҡатын ситтә ағса һуға.
Урындағы халыҡ билдәләүенсә, Байыш ауылын йыл һайын бер-ике ғаилә ҡалдырып китә. Уларҙың бөтәһе лә тиерлек йәштәр. Хәҙер бында 40-ҡа яҡын йорт буш тора. Әммә, ата-бабалары нигеҙен һаҡлаған, мөлкәтен ҡалдырырға-һатырға теләмәгән кешеләр ҙә бар.
Баймаҡ районында күпме халыҡ теркәлгән, күпмеһе күсеп киткән һәм нисә кеше ситкә йөрөп эшләй. Беҙ был һорауға яуап алыр өсөн урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт иттек. Әммә, унда беҙгә етәкселәрҙең юҡлығына һылтанып, яуап бирергә теләмәнеләр.
Республиканың статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда Баймаҡ районына Башҡортостан ауыл-ҡалаларынан түгел, ә ситтән 642 кеше күсеп килгән. 847 кеше Баймаҡ районынан киреһенсә республика ауыл-ҡалаларына түгел, башҡа төбәктәргә һәм илдәргә киткән. Йәғни, район халҡы бер йыл эсендә 205 кешегә кәмегән.
2017-се йылдың ғинуар-февраль айҙарында Башҡортостанға ситтән 6 меңгә яҡын кеше килгән. Ошо арауыҡ эсендә 7 мең самаһы кеше ситкә киткән. Йәғни, ике ай эсендә республика халҡы 760-ҡа кәмегән.
Был фермаларҙа ваҡытында 8 меңдән ашыу сусҡа аҫрығандар. Комплексты 160-тан ашыу кеше хеҙмәтләндергән. Йәнгел совхозында балалар баҡсаһы, мәктәп, дауахана, мәҙәниәт йорто кеүек социаль учреждениеларҙы иҫәпкә алмайынса, рәсми 1 меңдән ашыу кеше эшләгән.
Башҡаларынан айырмалы Әбйәлил районында халыҡ күберәк ауылда ҡала. Магнитогорск яҡын булғас, йәштәр көн дә шунда йөрөп эшләй.
Республикала йәшәгән 148 мең кеше ситтә эшләй. Был дөйөм эшкә яраҡлы халыҡтың 7-8 проценты тигән һүҙ. Тимәк, вахта менән йөрөүселәр хеҙмәт хаҡын ситтә ала һәм шунда һалым түләй.
Башҡортостанда рәсми теркәлгән 4 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Уларҙың 2 миллион самаһы эшсе ҡулдар. Тик, ошо граждандарҙың 1 миллион 400 меңе генә төрлө предприятие-ойошмаларҙа эшләй.
Яңыраҡ иҡтисади үҫеш министрлығының киңәйтелгән ултырышында халыҡтың ситкә йөрөп эшләүе, күсеп китеүе тикшерелгәйне. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов миграцияның республика файҙаһына булмауына етди ризаһыҙлыҡ белдергәйне.
Кешеләрҙең ситкә йөрөп эшләүен һәм күсеп китеүен туҡтатыр өсөн Башҡортостанда кәмендә 70-75 мең хеҙмәт урыны булдырырға кәрәк.
Уҙған йылда Башҡортостандан билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында 55 мең кеше күсеп киткән. Республикаға 47 меңдән ашыу граждан күсеп килгән. Балыҡ тәрәнде, ә кеше яҡшы тормошто эҙләй, ти халыҡ мәҡәле.
Дөйөм алғанда Башҡортостанда халыҡтың ауылдарҙан ҡасабаларға һәм бәләкәй ҡалаларға күсеүе күҙәтелә. Ә бәләкәй ҡалаларҙан ҙурҙарына йә башҡа төбәктәргә китеүе теркәлә. Белгестәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа ошондай тенденция бара. Тик, ауылдар бөтһә, кем иген сәсеп, ҡаланы ашатыр икән.