Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 72 йыллығын байрам итергә әҙерләнә

Тулыраҡ: Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 72 йыллығын байрам итергә әҙерләнә

Илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 72 йыллығын байрам итергә әҙерләнә. 1945 йылдың 5-се майы илебеҙ өсөн нимәһе менән иҫтәлекле һуң?

1945 йылдың 5 майында 4-се украин фронтының 60-сы армияһы Германияның Штернберк ҡалаһын дошмандан азат итә башлай.

Братислава-Брно операцияһы тамамлана. Совет ғәскәрҙәре Словакияны, Братислава һәм Брноның сәнәғәт райондарын азат итә.

1945 йылдың 5 майында Чехословакияның башҡалаһы Прагала фашистарға ҡаршы ихтилал башлана.

Икенсе белорус фронты ғәскәрҙәре немецтарҙың Балтик диңгеҙендәге эре порты һәм хәрби-диңгеҙ базаһын баҫып ала. Совет ғәскәрҙәренең барлыҡ фронттар буйынса һөжүме дауам итә.