Өфөлә Октябрь проспектында ришүәт алғанда юл инспекторы ҡулға алынды.
Республика буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре водителде административ яуаплылыҡҡа тарттырмаған өсөн 3 мең һум ришүәт һорай. Аҡсаны алған саҡта уны министрлыҡтың махсус бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала.