Берәүҙәр бүленгән биләмәләрендә йәшелсә-емеш үҫтереп ғаилә бюджетын ҡайғыртһа, икенселәр баҡса участкаһын ял урыны булараҡ файҙалана, өсөнсөләр иһә баҡсасы ихтыяждарынан үҙ табышына өмөт итә. Һәр осраҡ та илдә баҡсасылыҡ кәсебенең яңы һулыш алыуына ишара. Туғыҙынсы тиҫтәһен һүтә башлаған Илдус Зәки улы баҡсасылыҡ миҙгелен көр күңел менән башлай. Көҙҙән ҡаҙып ҡалдырған түтәлдәрҙе тәртипкә килтерә, тупраҡҡа ашлама индерә. Уны зарарлаусыларҙан һаҡлау өсөн үҙенсәлекле ҡоролманы ла үҙе уйлап сығарған.Дудкин ауылы баҡсасыларының уртаҡлашыр тәжрибәһе етерлек. Күршеләр бер-береһе менән татыу йәшәй, яңылыҡтар ғына түгел, үҫенте-орлоҡтарҙы ла уртаҡлашып тора. Уңыш нигеҙен һалыр был тауарҙы улар баҙарҙан һатып алырға тәүәккәлләмәй.Башҡалабыҙ Өфөлә генә 60 мең тирәһе баҡса участкаһы теркәлгән. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем түтәл тирәләй бил бөккәндәр үҙ хеҙмәте емешенә генә һөйөнһә, яҙлы-көҙлө был кәсептән башҡа йүнселдәр ҙә килем ала.Ҡояш йылыта башлау менән баҡсасы йәрминкәләре асыла. Бында үҫентеләрҙең төрлөһө бар. Тәжрибәлеләр иһә емеш-еләк ағасы ғына түгел сәскә үҫентеләренең дә төбәк шарттарына яраҡлаштырып сығарылған төрҙәрен һайлап алырға кәңәш итә. “Был үҫентеләр Башҡортостан тупрағында нығынып китә алырмы икән һуң”, — тигән һорауға бер һатыусы ла һеҙгә “юҡ”, тип яуап бирмәҫ. Татлы емеш, күркәм сәскәләре менән ымһындырған көньяҡ үҫемлектәрен улар маҡтап һата. Йәш баҡсасыларға хатта эшлекле кәңәштәрен дә биреп ҡуя. Республиканың ер эшкәртеү өсөн хәүефле төбәк икәне күптәргә мәғлүм. Ауыл хужалығы белгестәренең үҙебеҙҙең шарттарға яраҡлашҡан сорттар сығарыу тәжрибәһе лә билдәле. Тик ошо хужалыҡтар атамаһына ышыҡланып шикле тауар һатыусылар ҙа осрай. Россельхознадзорҙың Башҡортостан идаралығы белгестәре әйтеүенсә, бындай ҡағиҙә боҙоусыларға закон ҡаты яза бирмәй. Ауыл хужалығы эшмәкәрлеген күҙәтеү ойошмаһы орлоҡ-үҫентеләр һатыусыларҙы даими тикшерә. Был иһә һатып алыусыларҙың үҙ һиҙгерлеген һүрелтергә тейеш түгел. Ҡарағат урынына селек үҫтергең килмәһә, үҫентене юл сатынан һатып алма, ти белгестәр.
Баҡсасылар миҙгел асты
Тулыраҡ: Баҡсасылар миҙгел асты