Өфөлә билдәһеҙҙәр Урта Азия овчаркаһына пневматик ҡоралдан атҡан

Тулыраҡ: Өфөлә билдәһеҙҙәр Урта Азия овчаркаһына пневматик ҡоралдан атҡан

Өфөлә билдәһеҙҙәр Урта Азия овчаркаһына пневматик ҡоралдан атҡан. Йорт хайуаны тәнендә бер-нисә пуля табылған. Хәҙер эт һауыға башлаған һәм саф һауаға сыға.

Табиптар Урта Азия овчаркаһы тәненән ике пуля сығарған, ҡалғандары үтә сыҡҡан. Барыһы хайуанға билдәһеҙ кешеләр 9 тапҡыр атҡан.

Әгәр урамда үтеп барыусы ир этте күреп ҡалып йәнлектәр өсөн дауаханаға алып килмәһә, ул үлгән булыр ине.

Табиптар алабайҙың ғүмере өсөн бер тәүлек көрәшә. Хәҙер овчарканың хәле яҡшырыуға бара. Ул яйлап тышҡа ла сыға башлаған.

Тиҙҙән Урта азия овчкаркаһы тулыһынса һауығырға тейеш. Әле эткә яңы йорт табыу мәсьәләһе хәл ителә.