Учалыла 18-се быуаттың билдәле сәсәне һәм батыры Ҡарас сәсәнгә таҡтаташ асылды.
Ҡаҙаҡ буры Аҡса башҡорт ерҙәренән йылҡы малын ҡыуын алып китә. Ҡарас батыр уны дуҫтары менән ҡыуып тота. Батырҙар һуғышмай, тәүҙә бер-береһенә үҙ-ара уҡ атышырға, һуңынан сәсәнлектә оҫталыҡтарын һынап ҡарарға килешә. Һөҙөмтәлә Ҡарас сәсән Аҡсаны атып үлтерә һәм хөрмәтләп күмә. Наурыҙ ауылында ул ерләнгән түбә һаман да аҡса исемен йөрөтә.